#Изге_йома_менән 🤲 Ашар алдынан hәм ашағандан һуң уҡыла торған доғалар 🤲 Ашау-эсеү доғалары Аллаһыға шөкөр, рәхмәт һәм ризалыҡты белдерергә тейеш. Ашҡа башлағанда һәр ваҡыт «Бисмилләәһир- рахмәәнир-рахиим» тип, тамамлағандан һуң «Әлхәмдү лилләһ» тип, Аллаға Тәғәләгә шөкрана һәм хәмед-ҫәнә итергә кәрәк. 🤲 Ашар алдынан: «Әлхәмдү лилләәһил-ләҙии әтғәмәнәә үә сәҡанәә үә джәғәләнәә минәл муслимин. Аллааһүммә бәәрик ләнәә фииһи үә әтғымнә хайран минһү. Аллааһүммә әғтыйнә ризҡан хәләәлән үә әнтә хайрур- раазиҡыын. Аллааһүммә нәүүир ҡулүүбәнәә үәрхәмнәә үәрда ғәннәә. Уә әғтыйнә тәмәәмә ниғмәтикә үә дәүәәмә ниғмәтикә үә тәмәәмә тәүфииҡыҡ, бихурмәти нәбиййикә үәлхәмдү лилләәһи Раббил ғәәләмиин. Ридаа’ән лилләәһил- фәәтихәһ». Мәғәнәһе: Беҙҙе ашатҡан, эсергән һәм мосолман булыуыбыҙҙы насип әйләгән Аллаһҡа маҡтау булһын. Эй, Аллаһым! Аштарыбыҙға бәрәкәт бир. Быларҙан да хәйерлерәк аштарҙы ашарға насип ҡыл. Беҙгә хәләл ризыҡ бир, сөнки һин ризыҡ биреүселәрҙең иң хәйерлеһе, Аллаһым! Күнелдәребеҙҙе яҡтырт, беҙҙе мәрхәмәтле ит һәм беҙҙән разый бул. Беҙгә ниғмәтеңдең дәуамын һәм тамамын әйлә, йә Раббым! Пәйғәмбәрең хөрмәтенә, маҡтау булһын Ғәләмдәрҙең Раббыһы-Аллаһҡа. Уның ризалығы өсөн «әл-Фәтихә».) 🤲 Ашағандан һуң: «Әлхәмдү лилләһил-ләҙии әтғәмәни һәҙә, үә разаҡанииһи, мин ғайри хәүлин миннии үә лә ҡүүәтин». Мәғәнәһе: Аллаһҡа маҡтау, ул миңә ошоларҙы бирҙе һәм мине ризыҡландырҙы, мин үҙем иһә ундай көскә лә, ҡеүәткә лә эйә түгелмен. 🤲 Ашар алдынан доға әйтергә онотҡанда әйтелә: «Бисмилләһи үә әүәлиһи үә ахириһ» (Әй Аллаһым! Беҙҙең өсөн башын да, ахырын да бәрәкәтле ҡыл). 🤲 Был доғаларҙы белмәгән кешеләр: “Мин доға белмәйем”, - тип, өҫтәл артынан доға ҡылмай тормаһын. Улар: “Аллаһым! Биргән ниғмәттәреңә, иҫәнлек-һаулығыбыҙға мең шөкөр итеп Һине маҡтайбыҙ. Беҙҙе һиҙиәт юлынан айырма. Даими хәләл ризыҡтар насип ит”, – дип тә доға ҡылырға мөмкин. Дини сайттарҙан.

Теги других блогов: доға Аллаһ ашар мәғәнә